КИРИЛЛОВКА, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Рассвет а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 15 км һәм Аксаков т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 135 кеше; 1939 — 339; 1959 — 168; 1989 — 87; 2002 — 211; 2010 — 211 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 20 б. башында Бәләбәй өйәҙендә С.А.Кирилловтан (алпауыт Дурасовтар ере идарасыһынан) һатып алынған ерҙә нигеҙ һалына. 20‑се йй. алып Кириллов утары, 1939 й. — 1‑се Кирилловка а. (2‑се Кирилловка а. 30— 60‑сы йй. булған) булараҡ теркәлгән. 70‑се йй. хәҙ. исемен йөрөтә.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке