КИРИЛЛИЦА, славян яҙыуының ике тибының береһе (глаголица м‑н бер рәттән). Славяндар, ш. уҡ румындар тарафынан файҙаланылған (19 б. тиклем); Рәсәйҙә 10—11 бб. христианлыҡ таралыуына бәйле индерелә. К. нигеҙендә Рәсәй халыҡтарының, ш. иҫ. башҡорт теленең, хәҙ. алфавиты барлыҡҡа килгән.

К. 9 б. аҙ. — 10 б. баштарында византия унциаль яҙмаһы нигеҙендә эшләнгән тип фаразлайҙар. К. хәрефтәр системаһы боронғо болғар теле өндәренең составына тура килә, уның специфик өндәрен билдәләү өсөн 24 хәрефкә 19 хәреф ҡушыла (“ ”, “ ” һәм “ ” хәрефтәре йәһүд квадрат яҙмаһынан үҙләштерелгән, ҡалғандары грек хәрефтәрен үҙгәртеп яһалған); К. хәрефтәре һандарҙы ла аңлатҡан, ш. уҡ еңелсә һулыш м‑н әйтеү, баҫым, ҡыҫҡартыу (титлдар) һ.б. диакритик тамғалары булған. 10—14 бб. К. хәрефтәр яҙылышына геом. аныҡлыҡ хас (устав); 13 б. аҙ. алып көньяҡ һәм 14 б. урталарынан көнбайыш славяндарҙа хәрефтәрҙең ныҡлы линияһы һәм формалары (ярым устав) юғалыуы күҙәтелә; 14 б. аҙ. — хәрефтәрҙе ҡушып яҙыу (тиҙ яҙыу); бер үк ваҡытта декоратив яҙыуҙың үҙенә бер тибы — семәрле яҙыу (хәрефтәр орнамент рәүешендә өҙлөкһөҙ тоташа) ҡулланыла башлай. Пётр I (1708—10) һәм Рәсәй акад. (1735, 1738, 1758) реформалары м‑н урыҫ алфавиты хәрефтәренең яҙылышы ябайлаштырыла, ҡайһы бер билдәләр төшөрөп ҡалдырыла, “ё”, “й”, “э”, “я” хәрефтәре индерелә һ.б., һөҙөмтәлә хәҙ. урыҫ баҫма шрифына яҡын граждандар шрифы барлыҡҡа килә.

К. нигеҙендәге тәүге башҡ. алфавиты 19 б. аҙ. — 20 б. башында А.Г.Бессонов, Н.Ф.Катанов, В.В.Катаринский, М.А.Ҡулаев һ.б. тарафынан тәҡдим ителә (табл. ҡара). Башҡ. яҙмаһының латиницанан кириллицаға күсеүе һәм яңы орфографияны раҫлауы т‑дағы БАССР ЮС‑ы Президиумы Указына ярашлы (1939), урыҫ алфавиты базаһы нигеҙендә 42 хәрефтән торған башҡ. алфавиты төҙөлә (1940 й. алып ҡулланыла); специфик башҡ. өндәрен биреү өсөн “ғ”, “ҙ”, “ҡ”, “ң”, “ө”, “ҫ”, “ү”, “һ”, “ә” өҫтәмә хәрефтәре индерелә. Хәҙ. башҡ. алфавитының хәрефтәр составы башҡорт теленең фонетик системаһына тура килә (ҡара: Графика). К. шулай уҡ көнбайыш‑славян, БДБ илдәренең күпселек төрки телдәре, ҡайһы бер көньяҡ‑славян, монгол һ.б. телдәр алфавиттары нигеҙендә ята.

Әҙәб.: Гарипов Т.М. Буквенный алгоритм звукового состава башкирских корневых слов //Межкультурная коммуникация: к проблеме формирования толерантной языковой личности в системе вузовского и школьного лингвистического образования: материалы Всерос. науч.-практ. конф. Ч. 1. Уфа, 2001.

Р.М.Латипова, С.В.Овчинникова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Илл.: 1. Кириллица

         2. Башҡорт өндәрен кириллицала биреү өсөн тәҡдим ителгән графемалар

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018