КИРИКОВ Сергей Васильевич (15.9.1899, Смоленск губ. Алексино а. — 27.8.1984, Мәскәү), зоогеограф, эколог. Биол. ф. д‑ры (1947). Белорус а.х. акад. тамамлағандан һуң (1926) Ҡана тәж. урман хужалығында (Йылайыр р‑ны), Березина ҡурсаулығында биол. ст. мөдире булып, Аскания‑Нова ҡурсаулығында һәм Полесмелиозем экспедицияһының зоол. отрядында эшләй, 1937—47 йй. Башҡ. ҡурсаулығының ғилми бүлеге мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре тарихи география, зоогеография, экология һәм СССР‑ҙа, ш. иҫ. Башҡортостанда, ҡурсаулыҡ эшен ойоштороуға арналған. К. тарафынан СССР‑ҙың дала, урмандала, урман, урман‑тундра зоналарында фаунаның кеше йоғонтоһо арҡаһында тарихи үҙгәреүе асыҡлана.

Хеҙм.: Птицы и млекопитающие в условиях ландшафтов южной оконечности Урала. М., 1952; Изменения животного мира в природных зонах СССР. Степная зона и лесостепь. М., 1959; Промысловые животные, природная среда и человек. М., 1966. 

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке