КИРҘӘ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Кирҙә а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 75 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 150 км алыҫлыҡта Ҡариҙел й. буйында, Павловка һыуһаҡлағысы янында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 114 кеше; 1920 — 146; 1939 — 371; 1959 — 926; 1989 — 675; 2002 — 533; 2010 — 459 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, клуб бар.

Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Бөрө өйәҙендә нигеҙ һалына. 1896 й. 15 йортта 79 кеше йәшәгән. 20 б. 50‑се йй. алып ҡасаба булараҡ иҫәпкә алына, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.