КИРЖАЦКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Иван К., Богородский а. батша һарайы крәҫтиәне. Өфө атлы стрелецы. Уның улы — Кирилл Иванович К., Өфө атлы стрелецы. 1635 й. Себер ханының улы Аблайҙы тотоуҙа ҡатнаша. 1645 й. Өфөлә майҙан подьячийы булып хеҙмәт итә, ш. уҡ йылда яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләр (ҡара: Яңы суҡындырылған һәм сит ил кешеләре исемлегенә ингән хеҙмәтле кешеләр) исемлеге б‑са түләүле хәрби хеҙмәткә (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) алына. 1646 й. ҡалмыҡтар м‑н һөйләшеүҙәр алып бара. Уның улы — Иван Кириллович К., яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләр исемлеге б‑са хәрби хеҙмәткә алына. Уның улдары: Василий Иванович К., Алабаш, Өфө тылмасы. 1633 й. алып әсирҙәр, мал м‑н алмашыу һәм Рәсәй подданныйлығын ҡабул итеү т‑да һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн бер нисә тапҡыр ҡалмыҡ-тарға ебәрелә. 1646 й. һәм 1649 й. Рәсәй илселәрен ҡалмыҡ улустарына оҙатып йөрөй. 1636 й. уға Шөгөр й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында 30 сирек, 1641 й. 50 сирек ер бирелә. 1650 й. хеҙмәтле сит ил кешеләре исемлеге б‑са хәрби хеҙмәткә алына. 1653 й. башлап Ҡазан даруғаһы һәм Уҫы даруғаһы башҡорттарынан яһаҡ йыя. 1667 й. алып Илселек приказында тылмас булып хеҙмәт итә; Фёдор Иванович К., 1660 й. хеҙмәтле сит ил кешеләре исемлеге б‑са хәрби хеҙмәткә алына. Башҡорт ихтилалын (1662—64) баҫтырыуҙа ҡатнаша, 1669 й. 50 сирек ергә хужа була. 1696 й. Өфө өйәҙендә 200 сирек ер биләй; Афанасий Иванович К., 1651 й. Богородский а. батша һарайы крәҫтиәне, 1658 й. ирекле кеше. Башҡорттар м‑н 1658 й. керҙәшлек килешеүе б‑са оброк (йылына 35 алтын) түләү шарты м‑н Өфө й. буйындағы ерҙәрҙән файҙалана. 1664 й. яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләр исемлеге б‑са хәрби хеҙмәткә алына. 1669 й. башҡорттар м‑н ҡалмыҡтарҙың Өфө өйәҙенә һөжүме ваҡытында үлтерелә. Кирилл Иванович К. бүләһе — Иван Иванович К., 1681 й. һәм 1695 й. һуң (ҡабаттан) яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләр исемлеге б‑са хәрби хеҙмәткә алына. 1682 й. башлап Өфө приказ йорто, 1690 й. — разряд бүлеге подьячийы. 1690 й. Өфө өйәҙендә 300 сирек ер биләй. Шулай уҡ Осип Лукьянович К. билдәле, атлы стрелец. 1667 й. алып Бөрө ҡәлғәһен төҙөүҙә ҡатнаша. 1693 й. яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләр исемлеге б‑са хәрби хеҙмәткә алына. Керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡ (йылына һыуһар һәм ярты батман бал) түләү шарты м‑н Ағиҙел й. буйлап Өфө өйәҙендә ер м‑н файҙалана; Егор Михайлович К., һалдат улдарынан. 1785 й. башлап Өфө юғары земство судында хеҙмәт итә; уның улы — Филипп Егорович К., губерна секретары (1811). Граждандар судының Ырымбур палатаһында, 1806 й. алып Пермь городничийы идараһында, 1808 й. — Бөрө ҡ. хеҙмәт итә; Андрей Дмитриевич К., коллегия регистраторы. Өфө өйәҙ судында, 1827 й. башлап Ырымбур граждан губернаторы канцелярияһында хеҙмәт итә. 1747 й. Өфө гарнизон пехота полкында казак улдары Дмитрий Фёдорович К., Пётр Филиппович К. һәм Михаил Петрович К. хеҙмәт итә. Өфө өйәҙендә К. биләмәләрендә Киржацкая (Любимово, Любовино; хәҙ. Өфө ҡ. эсендә) а. нигеҙ һалынған, тип фараз ителә. 1802 й. К. нәҫеле Ырымбур губернаһының дворян нәҫел тарихы китабының 6‑сы киҫәгенә индерелгән.

Б.Әҙнабаев

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018