КИРЕ МӘСЬӘЛӘ, сығарылышы т‑да бирелгән мәғлүмәттәрҙән сығып абстракт оператор тигеҙләмәһен эҙләп табыу б‑са матем. мәсьәлә. К.м. тигеҙләмәнең сығарылышын йәки уның т‑дағы ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе күрһәткән тура мәсьәләнән айырмалы рәүештә тигеҙләмә (тигеҙләмәләр системаһы, ос шарттары) билдәләнә. К.м. физика, химия һ.б. күренештәрен һәм процестарын өйрәнгәндә барлыҡҡа килә. Башҡортостанда К.м. проблемалары б‑са тикшеренеүҙәр 20 б. 70‑се йй. башлана, БДУ‑ла һәм уның Бөрө һәм Стәрлетамаҡ ҡҡ. филиалдарында, ӨДАТУ‑ла, ӨДНТУ‑ла, Механика ин‑тында һ.б. үҫешә. Һығылмалылыҡтың динамик теорияһының (М.Ә.Илһамов, Ә.Ғ.Хәкимов), полимерлашыу процестарының (Ю.Б.Монаков, С.И.Спивак, С.М.Усманов), сәселеү теорияһы һәм солитондар теорияһының (Р.И.Йәмилев, В.Ю.Новокшенов, В.В.Соколов, И.Т.Хәбибуллин, А.Б.Шабат), операторҙарҙың спектраль теорияһының (Н.Ф.Вәлиев, Х.К.Ишкин, Х.Х.Мортазин, В.И.Рыков, Й.Т.Солтанаев, А.М.Әхтәмов), химик кинетиканың һәм термодинамиканың (И.М.Ғөбәйҙуллин, Спивак, Р.М.Әсәҙуллин һ.б.), ҡатмарлы нефть ҡатышмаларын тасуирлауҙың (И.З.Мөхәмәтйәнов), страховкалау теорияһында барлыҡҡа килгән Марков процестарының (Спивак), нефть‑газ сығарыу процестарын контролдә тотоу һәм уларға идара итеүҙең ғәмәлдәге проблемалары м‑н бәйле (Г.Т.Болғаҡова) К.м. тикшерелә. К.м. ысулы һыҙыҡлы булмаған дифференциаль тигеҙләмәләрҙе сығарыу өсөн файҙаланыла (Л.А.Калякин, Новокшенов, Б.И.Сөләймәнов, Хәбибуллин, Шабат һ.б.). Ос шарттарын тиңләштереү теорияһы эшләнә (Әхтәмов), ҡайһы бер Штурм‑Лиувилль К.м. корректлы булыуы иҫбатлана (Солтанаев, Әхтәмов, В.А.Садовничий м‑н берлектә, МДУ). Геофизик үлсәү мәғлүмәттәре б‑са киҫәкле‑бер төрлө мөхиттәрҙең сиктәрен һәм параметрҙарын эҙләү ысулдары һәм алгоритмдары (В.Н.Кризский), йылы үткәреүсәнлек тигеҙләмәһе өсөн ҡайһы бер К.м. сығарыуҙың, ниндәйҙер өҫкө йөҙҙә йылылыҡ режимы б‑са йөҙ өҫтөндәге йылылыҡ сығанағының ҡеүәтен билдәләүҙең һан‑аналитик ысулы (В.Т.Иванов, Ф.В.Лубышев, Г.П.Смирнов) уйлап табыла. Эллиптик һәм параболик типтағы тигеҙләмәләр өсөн ҡайһы бер К.м. вариациялы ҡуйылыштары һәм уларҙың селтәрле аппроксимациялары, скважиналарға шыйыҡса ағыуы дәүмәле т‑дағы К.м. тикшерелә (Р.М.Батталов, Лубышев). 1999 й. алып Бөрө ҡ. 2 йылға бер тапҡыр “Химияның кире мәсьәләләре” Бөтә Рәсәй ғилми мәктәп‑семинарҙары уҙғарыла (Г.М.Ҡурамшина, А.Г.Ягола, МДУ). 2011 й. “Операторҙарҙың спектраль теорияһының тура һәм кире мәсьәләләре һәм уларҙың ҡушымталары” ғилми-тикшеренеү хеҙмәте (Мортазин, Садовничий, Солтанаев, Й.Й.Фазуллин, Әхтәмов) БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лайыҡ була.

Әҙәб.: Иванов В.Т., Масютина М.С. Методы решения прямых и обратных задач электрокаротажа. М., 1983; Усманов Т.С., Спивак С.И., Усманов С.М. Обратные задачи формирования молекулярно‑массовых распределений. М., 2004; Ахтямов А.М. Теория идентификации краевых условий и её приложения. М., 2009.

А.М.Әхтәмов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке