КИРБЕС ЗАВОДТАРЫ. Башҡортостанда кирбесте сәнәғәттә етештереү 19 б. уртаһында үҫешә башлай. 1884 й. Өфө губ. миҙгелле 9 кирбес з‑ды эшләй, шуларҙың 8‑е — Өфөлә һәм 1‑һе — Стәрлетамаҡ ҡалаһында. Өфө төрмә з‑ды иң ҙур завод була, унда 1888 й. тәүге өҙлөкһөҙ эшләгән “Гофман мейесе” төҙөлә. 20 б. башында Өфөлә төҙөлөш материалдарына ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү өсөн силикат кирбес етештереү з‑ды (ҡеүәте йылына 3—3,5 млн дана) һалына. 1913 й. пар двигателе булған яңы 13 кирбес з‑ды асыла, 6,5 млн дана кирбес етештерелә, шуның 1,5 млн дананан ашыуы — силикат кирбес. Беренсе донъя һуғышы йылдарында заводтарҙың күпселеге эшләмәй. Революциянан (1917) һуң респ. бөтә төҙөлөш материалдары етештереү заводтары БАССР Коммуналь хужалыҡ ХК ҡарамағына бирелә. Кирбес етештереү күләме 1924 й. 351 мең дананан 1940 й. 57 млн данаға тиклем арта. 1957 й. Башҡ‑н ХХС‑ының Төҙөлөш материалдары сәнәғәте идаралығы булдырыла, уның составына Өфө (1904 й. нигеҙ һалына), Ашҡаҙар (1937), Яңауыл (1937), Стәрлетамаҡ (1941), Ҡуғанаҡ (1950), Түбәнкүл (1950), Мәләүез (1954) кирбес з‑дтары инә. 1968 й. респ. 63 К.з. иҫәпләнә, стена материалдары етештереүҙең дөйөм күләме 664 млн дана шартлы кирбес тәшкил итә. 1960—90 йй. стена материалдары етештереү б‑са пр‑тиелар ҡеүәте 738 млн дана шартлы кирбескә тиклем арта, шуның 517 млн данаһы — балсыҡ кирбес, 221 млн данаһы — силикат кирбес. 90‑сы йй. 6 К.з. (ҡеүәте 160 млн дана) төҙөлә, улар йөҙләү кирбесе етештереү өсөн сит ил ҡорамалдары м‑н йыһазландырыла. 2006 й. БР‑ҙа ваҡ киҫәкле стена материалдары сығарыу б‑са 41 пр‑тие (ҡеүәте йылына 1035,5 млн дана шартлы кирбес) эшләй, шулар иҫәбендә — “Башремстройсервис” ЯСЙ‑ның Арлан, Балтас керамик кирбес з‑дтары; “Салаватнефтеоргсинтез” ААЙ‑ның Төҙөлөш материалдары һәм конструкциялары з‑ды; “Керамика” ААЙ, «“Ажемак” кирбес заводы» ЯСЙ (Талбазы а.), Стәрлетамаҡ силикат кирбес заводы, Ҡабаҡ төҙөлөш материалдары заводы, Өфө төҙөлөш материалдары комбинаты; бетон блоктарҙы “Башнефтезаводстрой” ААЙ‑ның “Берлек” Башҡортостан-Америка‑Канада пр‑тиеһы ЯСШ; “Интерстройсервис” ЯСЙ етештерә. 2012 й. БР‑ҙа ваҡ киҫәкле стена материалдары сығарыу б‑са 39 пр‑тие (ҡеүәте йылына 1200 млн дана шартлы кирбес) эшләй, шулар иҫәбендә — “ГлавБашСтрой” ААЙ (Өфө р‑ны), “Стройкерамика” ЯСЙ (Балтас р‑ны Һәйтәк а.). Продукция БР‑ҙа һәм РФ-тың башҡа төбәктәрендә һатыла.

В.А.Макрушин

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018