АЛЕВРОЛИТ (гр. aleuron — он һәм ...лит), ҡатҡан ултырма тау тоҡомо. 50%‑ы һәм унан да күберәге алеврит үлсәнешендәге (0,01—0,1 мм) минерал бөртөксәләренән тора. Ҡомташтар (ҡом) һәм аргиллиттар (балсыҡ) аралығындағы тау тоҡомо. Ватыҡ материал үлсәме б‑са (мм) эре (0,05—0,1), уртаса (0,025—0,05) һәм ваҡ (0,01—0,025) бөртөклөләргә бүленә; составы б‑са — кварцлы, ялан шпаты‑кварцлы, полимиктлы һ.б. Төҙөлөш материалдары сәнәғәтендә ҡулланыла. Башҡортостандың Урал алды һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының палеозой һәм рифей-венд ултырма ҡатламдарында киң таралған.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.