КИРАЙДТ Рудольф Иванович (1.1.1939, Опочка ҡ.), архитектор, педагог. РФ‑тың атҡ. архитекторы (1996), БАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1981). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1974). Мәскәү архитектура ин‑тын тамамлаған (1968). Өфөлә эшләй: 1960 й. алып “Башкиргражданпроект” ин‑тында (бер үк ваҡытта 1977—84 йй. ӨНИ-лә уҡыта), 1988 й. — “Альтернатива”, 1989 й. — “Коду” проект ойошмаларында архитектор, 1992 й. башлап “КИРСС” проект оҫтаханаһының ген. дир., 1999 й. алып дир. урынбаҫары, бер үк ваҡытта 2004 й. башлап архитектор‑реставраторы. Байтаҡ йәмәғәт биналарының (35‑се урта мәктәп бинаһы, 1976; Авиация техникумының яңы бинаһы, 1980 һ.б.) һәм торлаҡ йорттарҙың (Төньяҡ микрорайонында “түңәрәк” йорт, 1981; Телеүҙәк микрорайонында 12 ҡатлы йорттар, 1982; Яңауыл микрорайонында тәүге терраса тибындағы йорттар, 1991; бөтәһе лә — Өфө), “Асы” шифаханаһының дауалау‑һауыҡтырыу корпусы (2002; А.Р.Кирайдт м‑н авторҙ.) проекттарын; реконструкция һәм реставрация проекттарын (БР Профсоюздар Федерацияһы советы бинаһы, 1986; авторҙ.; Килем мәсете, Килем һарайы, “Президент Отель” һ.б.) эшләй.

Әҙәб.: Донгузов К.А. Союз архитекторов Республики Башкортостан: история и современность. Уфа, 1998

Тәрж Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.