КИПРИАНОВ Андрей Иванович (16.7.1896, Харьков губ. Русские Тишки а. — 29.9.1972, Киев), химик‑органик. Украина ССР‑ы ФА академигы (1945), Украина ССР‑ы ФА‑ның вице‑президенты (1946—48 йй.). Фәнни хеҙмәттәре органик буяғыстар химияһы һәм төҫлөлөк теорияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Цианинлы буяғыстар — фотосенсибилизаторҙарҙы синтезлау ысулдарын уйлап таба. Буяғыс ионының йотолоу спектры уның электрон симметрияһы боҙолоуына (буяғыстар девиацияһы) бәйле икәнде билдәләй, буяғыстар сольватохромияһы (төрлө эретмәләрҙә төҫ үҙгәреүе) сәбәбен асыҡлай, уларҙың молекулаларында хромофорҙарҙың тәьҫир итешеү күренешен аса. Украина ССРы Фәндәр академияһы Өфөгә эвакуацияланған осорҙа Украина ССР‑ы ФА‑ның берләштерелгән Химия ин‑ты директоры. К. етәкс. фотосенсибилизаторҙар синтезлана һәм фронтта аэрофототөшөрөү өсөн юғары һиҙеүсәнлекле фото‑ һәм киноплёнкалар сығарыу технологияһы эшләнә. СССР-ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1942).

М.А.Сәйетова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018