ЙОҠ ЗАВОДТАРЫ, Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы башҡорттары ерҙәрендә Йоҡ й. (Сылва й. басс.) буйында ҡаҙна тарафынан Түб. һәм Үрге баҡыр иретеү заводтары булараҡ нигеҙ һалына. Түб. Й.з. 1734 й. Йоҡ й. буйында, Үргеһе — 1740 й. Түб. Й.з. көнбайышҡа табан 2 саҡрым алыҫлыҡта төҙөлә. Хужалары: ҡаҙна, 1757 й. алып И.Г.Чернышев, 1770 й. — ҡаҙна, 1892 й. — Д.И.Захаровский һәм И.Н.Урбанович. Пермь тау округына ингәндәр. Түб. Й.з. — 1736 й., Үргеһе 1742 й. эшләй башлай. Түб. з‑дта 4 баҡыр иретеү, 12 яндырыу мейесе, йәмшәйтеү сүкеше һәм гармахер горны, Үргеһендә 6 баҡыр иретеү һәм шплейзофен мейесе, крица горны, 1849 й. тимер табаҡ яһау цехы, 1863 й. 2 пар машинаһы була. Түб. з‑дҡа 18 б. аҙ. 11 рудник ҡарай, 1770 й. унда 1025 мастеровой һәм эшсе кеше, 1893 й. 36 эшсе (ҡара: Эшселәр синыфы) иҫәпләнә. 18 б. Й.з. 662,2 мең бот саф баҡыр иретелә, макс. етештереүсәнлек 29,4 мең бот (1766) тәшкил итә; 19 б. — 615,7 мең бот, макс. етештереүсәнлек — 13 мең бот (1830). 1893 й. — Үрге, 1910 й. Түб. Й.з. ябыла. Хәҙ. завод ҡасабалары урынында Пермь крайының Йоҡ ҡасабаһы урынлашҡан.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке