ЙӘНЕКӘЕВТӘР, 1) кенәздәр нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Йәнекәй Тенишев, кенәз Бейхан нәҫеленән. 16 б. 2‑се ярт. Ҡасим ханлығының Темников ҡалаһында кенәз һәм воевода була. Пётр I 1713 й. 3 нояб. указы нигеҙендә мосолман мырҙалар м‑н бер рәттән Й. дворян дәрәжәһенән мәхрүм ителә. Императрица Екатерина II 1784 й. 22 февр. һәм 1796 й. 15 майындағы исемле указдары м‑н Муса Нәҙершаулы Й., уның ҡустыһы Хөсәйен Сөләймәнулы Й. һәм уларҙың вариҫтарына (барлығы 19 вәкил) дворян дәрәжәһе һәм кенәз титулы ҡайтарыла. 18 б. 70—80‑се йй. улар Тамбов наместниклығының Темников өйәҙенән Ырымбур губернаһына күсенә һәм керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһының Дыуанай улусы Бәшир а. (хәҙ. Саҡмағош р‑ны Иҫке Бәшир а.) башҡорттарының аҫаба ерҙәренә килеп ултыра. Билдәле булғандары: Сәлимгәрәй Мөхәммәтгәрәй улы Й. (1850—?), полковник. Ырымбур юнкерҙар уч‑щеһын тамамлаған. 12‑се Төркөстан уҡсылар батальонында хеҙмәт итә; Сәхибгәрәй Мөхәммәтгәрәй улы Й. (15.8.1856, Ырымбур губ. Бәләбәй өйәҙе Боғаҙы улусы Яңы Ҡарғалы а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а., — 1929, Ташкент ҡ.), ген.-майор. Ырымбур юнкерҙар уч‑щеһын тамамлаған. Дәүләт ополчениеһының Ташкент дружинаһы командиры. Й. нәҫеле Өфө, Тамбов, Тула, Һарытау һәм Ырымбур губ. дворян нәҫел тарихы китабының 6‑сы киҫәгенә яҙылған. Й. нәҫеленә Рәф.С.Йәнекәев, Рифҡ.С.Йәнекәев һ.б. ҡарай. 2) Дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — мырҙа Йәнекәй Ҡолдашев (16 б.). 16 б. 2‑се ярт. Темниковта хеҙмәт итә. Уның 5 улынан Тереғол Йәнекәй улы Ҡолдашев (ҡара: Тереғоловтар) билдәле. Пётр I 1713 й. 3 нояб. указы м‑н мосолман мырҙалар м‑н бер рәттән Й. дворянлыҡтан мәхрүм ителә, императрица Екатерина II 1784 й. 22 февр. һәм 1796 й. 15 майындағы исемле указдары м‑н дворян дәрәжәһе ҡайтарыла. Баҙамша Ғәҙелша улы Й., Мансур Ғәҙел‑шаулы Й. һәм Рахманғол Ғәҙелша улы Й. билдәле. Улар 18 б. 70‑се йй. Темников өйәҙенән Ырымбур губ. күсенә һәм керҙәшлек килешеүе нигеҙендә Ҡазан даруғаһының Ҡаңлы улусы Ҡарғалы а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә төпләнә. Шул уҡ улус башҡорттары м‑н 1777 й. килешеү б‑са файҙаланыу өсөн Ҡарғалы й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында 14 мең дисәтинәнән ашыу ер алалар. Шулай уҡ Ниғмәт (Ниғмәтулла) Сәлимгәрәй улы Й. [20.1.1893, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Ҡарғалы а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а., — 1971 й. февр., Фирғәнә ҡ.] билдәле, хәрби эшмәкәр. Бригада комиссары (1936). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә уҡыған. 1914—18 йй. рус армияһында, өлкән унтер‑офицер (1915); 1919—37 йй. һәм 1940 й. Ҡыҙыл Армияла. 1917 й. һәм 1918 й. 1—2‑се Бөтә Рәсәй мосолман хәрби съезы (ҡара: Мосолман съездары) делегаты. 1918 й. Бәләбәй өйәҙ башҡарма ком‑ты рәйесе урынбаҫары. 1920—21 йй. Бохара халыҡ респ. Хәрби назаратының (комиссариат) сәйәси идаралығы начальнигы. 1923 й. алып Үҙәк Төрки хәрби‑сәйәси мәктәбе (Ҡазан) нач. һәм хәрби комиссары, 1926 й. — ТАССР ҮБК ис. Берләшкән татар‑башҡ. хәрби мәктәбенең хәрби комиссары, бер үк ваҡытта 1927 й. башлап нач. вазифаһын башҡарыусы, 1936 й. башлап М.В.Фрунзе ис. Омск берләшкән хәрби мәктәбенең сәйәси бүлеге нач. һәм хәрби комиссары. 1937 й. репрессиялана, 1939 й. аҡлана. 1940—55 йй. Урта Азия респ. адм. хужалыҡ һәм уҡытыу эшендә. ТАССР ҮБК‑ның 4—6‑сы (1923—27) һәм 8—9‑сы (1928—34) саҡырылыш, ТАССР ҮБК Президиумының 10‑сы саҡырылыш (1934—36) ағзаһы. Үзбәк ССР‑ының Ҡыҙыл Байраҡ (1967), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1933) орд. м‑н бүләкләнгән; Искәндәр Фазлетдин улы Й. (25.9.1913, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Ҡарғалы а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а., — 26.4.1975, Өфө), Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (Өфө, 1947). 1930—34 йй., 1946—48 йй. һәм 1953 й. башлап Ҡырмыҫҡалы р‑ны һәм Өфө мәктәптәрендә, 1938—41 йй. һәм 1948—53 йй. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында эшләй. 1941 й. Көнбайыш фронттың 22‑се армияһы 186‑сы уҡсылар див. элемтәсе булып, 1945 й. 4‑се Украина фронтының 18‑се армияһы 17‑се уҡсылар корпусында хеҙмәт итә. 1941 й. сент. әсирлеккә эләгә. 1944 й. июнендә 800‑гә яҡын әсирҙең фашистарҙың концентрацион лагерынан ҡасыуына етәкселек итә, К.Готвальд ис. партизандар отрядын ойоштороуҙа ҡатнаша һәм 1945 й. яҙына тиклем Польша һәм Чехословакияла диверсион төркөмгә етәкселек итә. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1957). 18 б. Й. нәҫеле Ырымбур губ. дворян нәҫел тарихы китабына яҙылған. Й. нәҫеленә Ә.Ә.Йәнекәев, В.Ғ.Йәнекәев, Ғ.Х.Йәнекәев, Д.Ә.Йәнекәев, Д.Ғ.Йәнекәев, Р.Ғ.Йәнекәев, Р.И.Йәнекәев, Т.Ғ.Йәнекәев, Х.К.Йәнекәев, С.Ә.Йәнекәева, Ә.Еники һ.б. ҡарай.

Әҙәб.: Еникеев И.Ф. Фронт за фронтом: записки партизана. Уфа, 1974; Дворянские роды Российской империи. 1721—1917. Т.3: Князья. М., 1996; Еникеев С.Х. Очерк истории татарского дворянства. Уфа, 1999; Мамлеев М.Ш., Мамлеев Р.Ф. Каргалинские корни. Уфа, 2003.

Ғ.Һ.Булатов, Н.И.Йәнекәев, С.Х.Йәнекәев, Ә.Ғ.Тереғолов, Т.И.Әминев

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.