КИҢ МӘҒЛҮМӘТ САРАЛАРЫ, таралып урынлашҡан аудиториялар араһында ошо йәмғиәттең рухи ҡиммәттәрен раҫлау, кешеләрҙең баһалауына, фекерҙәренә һәм тәртибенә идеологик, сәйәси, иҡт. йәки ойоштороу йоғонтоһо яһау маҡсаттарында мәғлүмәттәрҙе системалы рәүештә таратыу саралары: ваҡытлы матбуғат, электрон гәзит һәм журналдар, радио тапшырыу һәм телевизион тапшырыу, мәғлүмәт агентлыҡтары, кино, тауыш һәм видеояҙма. К.м.с. характеры (балалар, йәштәр, ҡатын‑ҡыҙҙар, ир‑егеттәр) һәм аудиторияны йәлеп итеүе, тематикаһы (ижт.‑сәйәси, мәғлүмәти, махсус һ.б.), функцияһы, даими ҡабатланыуы, тиражы һ.б. б‑са айырып йөрөтәләр. Башҡортостанда К.м.с. бөтә төрҙәре лә бар, уларҙың эшмәкәрлектәре РФ‑тың Конституция ҡарарҙары, РФ‑тың “Киң мәғлүмәт саралары тураһында” законы (1991), РФ м‑н БР‑ҙың башҡа хоҡуҡи норматив акттары тарафынан көйләнә. К.м.с. системаһында ойоштороу функциялары м‑н Матбуғат һәм киң коммуникациялар б‑са федераль агентлыҡ (Роспечать), БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы шөғөлләнә. К.м.с. эшмәкәрлеге респ. иң мөһим ижт.‑сәйәси һәм мәҙәни ваҡиғаларҙы, иҡт. һәм соц. үҫеште мәғлүмәт аша яҡтыртыуға йүнәлтелгән. БР‑ҙың Журналистар союзы, Башҡортостандың Телерадиотапшырыусылар ассоциацияһы (2005 й. алып) эшләй. БР‑ҙың К.м.с. башҡ., урыҫ һәм Башҡортостан халыҡтарының башҡа телдәрендә лә донъя күрә. Шулай уҡ ҡара: Гәзит, Журнал.

С.А.Әлиева

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.