КИНЯШОВ Михаил Александрович (15.9.1924, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Благовещен Заводы а., хәҙ. БР‑ҙың Благовещен ҡ., — 1.6.1995, шунда уҡ), Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1938—42 йй. һәм 1947—84 йй. Благовещен арматура з‑дында эшләй. 1943 й. алып Ялан, 2‑се, 3‑сө һәм 1‑се Украина фронттарында 5‑се гвардия армияһы 13‑сө гвардия уҡсылар див. 34‑се гвардия уҡсылар полкында миномёт ком. булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н К. 1944 й. 27 ғин. — 2 февр. Украина ССР‑ы Ковалёвка а., 16 авг. Стопница торама пункты (Польша) янындағы, 1945 й. 19—20 апр. Зенфтенберг ҡ. (Германия) эргәһендәге алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. 1947 й. гвардия старшинаһы К. демобилизациялана. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), 1‑се (1945), 2‑се (1944 й. сент.) һәм 3‑сө (ш. уҡ йылдың марты) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән. Благовещенда урамға К. исеме бирелгән.

Ғ.Һ.Булатов, А.Н.Пинтсон

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Портрет: М.А.Киняшов

Текст на русском языке