КИНО СЕЛТӘРЕ, халыҡҡа фильмдар күрһәтеү м‑н шөғөлләнгән мәҙәни‑тамаша пр‑тиелары йыйылмаһы. Кинотеатрҙарҙан, клубтарҙағы киноҡоролмаларҙан һәм күсмә кинонан тора. К.с. составына уҡытыуҙа, тикшеренеүҙәрҙә, производствола ҡулланған киноҡоролмалар, һәүәҫкәр кинопроекторҙар инмәй. Өфөлә тәүге кино 1901 й. 28 сент. күрһәтелә. Революциянан (1917) һуңғы йылдарҙа кино шәхси эшҡыуарҙар ҡулында була. Респ. 9 киноҡоролма була, шуларҙың 6‑һы — Өфөлә, 3‑һө — өйәҙ ҡалаларында һәм бер (мәктәп) ҡоролма Инйәр заводында. Башҡортостандың К.с. 20 б. 20—30‑сы йй. булдырыла. 1924 й. Башҡорт драма театры труппаһына беркетелгән 1‑се күсмә кино барлыҡҡа килә. 30‑сы йй. К.с. киңәйә, Ҡазан, Һамар, Өфө ҡҡ. киномеханиктарҙы уҡытыу башлана. Дәүләт К.с. ҡала кинотеатрҙары, тар таҫмалы ауыл стационарҙары, тауышлы күсмә киноларҙан тора. 30‑сы йй. башында — 260, 40‑сы йй. аҙ. 271 дәүләт һәм ведомство киноҡоролмаһы иҫәпләнә. Тауышлы киноҡоролма 1932 й. Хеҙмәт һәм Сәнғәт һарайы (ҡара: Аксаков халыҡ йорто) эргәһендә эшләй башлай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күп кенә киноҡоролмалар халыҡты хеҙмәтләндереүҙе туҡтата. Респ. К.с. һуғыштан һуңғы йылдарҙа планға ярашлы үҫешә башлай. 1948 й. барлығы 320 киноҡоролма була, 1949 й. — 458, 1951 й. — 652. 50‑се йй. киноҡоролмалар клубтарҙа, мәҙәниәт йорттарында, мәктәп, колхоз һәм совхоздарҙа киң таралыу ала. Тауышһыҙ күсмә кинолар һаны ҡырҡа кәмей. 1956 й. “Октябрь” к/т (Өфө) киң эк- ранлы киноҡоролма ҡуйыла. 90‑сы йй. ауыл К.с. муниц. милеккә тапшырыла; кинотеатрҙар башлыса дәүләт ҡарамағында ҡала: “Искра” (Стәрлетамаҡ ҡ.), “Октябрь” (Нефтекама ҡ.), “Родина”, “Фонтан” һ.б. Республикала 90‑сы йй. аҙ. бер нисә ҙур кинотеатр, ш. иҫ. “Икар”, “Искра” (Өфө), “Салават”, “Октябрь” (Салауат ҡ.), хосусилаштырыла. 2012 й. респ. ҡала һәм райондарында 128 киноҡоролма эшләй. 1919—22 йй. һәм 1988 й. алып К.с. м‑н “Башкиновидеопрокат”, 1922 й. — Кино тресы, 1942 й. — БАССР МС‑ы эргәһендәге Кинофикация идаралығы, 1953 й. — БАССР Мәҙәниәт министрлығының Кинофикация бүлеге, 1963 й. — БАССР МС‑ы эргәһендәге Кинофикация идаралығы, 1979 й. — Кинофикация б‑са БАССР‑ҙың Дәүләт ком‑ты етәкс. итә.

Н.Н.Дьяконова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.