КИНЙӘКӘЙ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Скворчиха а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 22 км һәм Салауат т. юл ст. К.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 671 кеше; 1920 — 672; 1939 — 515; 1959 — 429; 1989 — 315; 2002 — 307; 2010 — 261 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1761 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе Кинйәкәй Һөйөндөков исеме м‑н аталған. 1795 й. 22 йортта 222 кеше йәшәгән, 1865 й. 85 йортта — 457 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, ылаусылыҡ, сана һәм арба яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 8 һыу тирмәне, мануфактура кибете, мөгәзәй теркәлгән. Г.Т.Шәрипова ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров, Г.И.Яҡупов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018