КИНЙӘКӘЕВ Шамил Кәлимулла улы (15.3.1951, Өфө), цирк артисы, акробат, эквилибрист. БР‑ҙың халыҡ (1996), БАССР‑ҙың атҡ. (1990) артисы. Өфө циркы эргәһендәге Башҡ. цирк студияһын тамамлаған (1973). 1969 й. алып Өфө циркы эргәһендәге Башҡ. циркы коллективында униформист, 1973 й. — акробат, 1993—2013 йй. Рәсәй дәүләт цирк компанияһының (Мәскәү) төрлө программаларында акробат. “Юғарыға сөйә торған таҡталар менән һикереүсе акробаттар” номерында эшләй. “Ҡулсалы эквилибристар” (1981), БР‑ҙың атҡ. артисы Т.Ю.Казакова м‑н берлектә “Ҡулсалы перштарҙағы эквилибристар” (1990) номерҙарын ижад итә һәм ҡатнаша. Рәсәй һәм сит илдәр (Австрия, Норвегия, Төркиә, Франция, Швеция, Япония һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була. Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (2008).

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018