КИНЙӘБУЛАТОВ Ирек Лотфый улы (15.7.1938, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Абдулла а. – 2.6.2016, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), шағир. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2001). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1967) БАССР МС‑ының Радиотапшырыуҙар һәм ТВ б‑са ком‑ты мөхәррире, 1968 й. алып “Совет Башҡортостаны” гәз. үҙ хәбәрсеһе, бүлек мөдире, 1980 й. — “Ағиҙел”, “Һәнәк” ж., Башҡ‑н китап нәшриәте, 1987—98 йй. БР Яҙыусылар союзы идараһы (1988 й. тиклем нәфис әҙәбиәтте пропагандалау бюроһы дир.) хеҙм‑ре. “Баҫыу юлы” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1970 й. сыға. К. шиғриәтенә юғары гражданлыҡ, көсөргәнешле хис‑тойғолар, нескә лиризм хас. “Мин — башҡорт!” (1993), “Арғымаҡта” (1998) һ.б. шиғри йыйынтыҡтары үҙәгендә — ысынбарлыҡты фәлс. аңлау, үҙ халҡыңдың яҙмышы т‑да уйланыуҙар. Әҫәрҙәре төрөк, ҡаҙаҡ, сыуаш, яҡут, украин, немец һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. Шиғырҙарына комп. А.Х.Ғабдрахманов, Н.Ә.Дауытов һ.б. тарафынан йырҙар яҙылған. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. (2008), З.Биишева (2000), С.Чекмарёв (2000), Р.Ғарипов (2001), Ф.Кәрим (2006), М.Ғафури (2007), М.Өмөтбаев (2007), Н.Нәжми (2014) ис. пр. лауреаты. Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2014).

Әҫәрҙ.: Замана тауышы. Өфө, 2008; Ғүмер китабы. Өфө, 2013; Доброе утро! Уфа, 2004.

Әҙәб.: Сөләймәнов Ә. Устарымда — ерем йылъяҙмаһы: Ирек Кинйәбулатов шиғриәтенә бер ҡараш. Өфө, 1998.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018