КИНЙӘБУЛАТ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Ишембай р‑ны терр‑яһында урынлашҡан. Ағиҙел депрессияһының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан, оҙонлоғо 6 км, киңлеге 1,2 км булған антиклиналь йыйырсыҡҡа тура килә. Ятыштары көмбәҙле, массив, көнсығышта тектоник һаҡланған. Әртә ярусының ярыҡлы эзбизташтарында нефть бар. Ултырмалар ятышы тәрәнлеге 600 м тиклем. Нефте ауыр (тығыҙлығы 0,917 г/см3), ныҡ ҡуйы (33 МПа•с), юғары көкөртлө (4,3%‑ҡа тиклем), газ факторы 35 м33; үҙләштереү башында нефттең уртаса дебиты тәүлегенә 85 т тәшкил иткән. 1943 й. асыла һәм файҙаланыуға тапшырыла. “Башнефть” АНК ААЙ “Башнефть—Добыча” ЯСЙ‑ның “Ишимбайнефть” НГДУ‑һы эшкәртә.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке