КИНЙӘБАЙ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Керәүле‑Илюшкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 35 км алыҫлыҡта Наҡаҫ й. (Һаҡмар й. басс.) буйында, Наҡаҫбаш заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 250 кеше; 1920 — 282; 1939 — 314; 1959 — 279; 1989 — 176; 2002 — 223; 2010 — 233 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Павловка урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. башында Ырымбур өйәҙе Ҡара‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Йорт старшинаһы ярҙамсыһы Кинйәбай Бүләков исеме м‑н аталған. 1866 й. 35 йортта 194 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет теркәлгән. Т.Ғәниева, Ғ.А.Хисамов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке