КИНЙӘБАЕВ Рәлиф Мөстәҡим улы (1.1.1957, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Ҡабыҡҡыуыш а.), драматург. БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2003). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1990). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлаған (1980). 1981 й. алып Стәрлебаш р‑ны Ҡалҡаш урта мәктәбе директоры. 1985 й. башлап “Башҡортостан” гәз. үҙ хәбәрсеһе, 1999 й. — баш мөхәррире, 2011 й. — “Һәнәк” ж., бер үк ваҡытта 2016 й. алып “Ағиҙел” ж. баш мөхәррире. “Һыу юлында һылыу ҡыҙ” исемле тәүге китабы 1988 й. сыға. “Йәйҙең һуңғы көндәре” (1992) китабына ингән повесть һәм хикәйәләрендә, “Эх, Байтимер дуҫ!”, “Айғырыңды үтескә бир!..”, “Гүргә инер сер ине...” һ.б. пьесаларында хәҙ. замандың әхлаҡ мәсьәләләре күтәрелә. Пьесалары БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре театрҙарында ҡуйыла.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке