КИНЙӘ АРЫҪЛАНОВ МУЗЕЙЫ, Көйөргәҙе р‑ны Кинйәабыҙ а. урынлашҡан. 2001 й. Милли музей филиалы булараҡ ойошторола, 2006 й. хәҙ. статусын ала. Музей фондында 900‑ҙән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Ғәли Ғ.Ибраһимовтың “Кинйә” романының беренсе һәм киләһе баҫмалары (1977, 1982, 1987; бөтәһе лә — Өфө), Кинйә Арыҫланов бюсы (1997, скульпторы Р.Н.Зиннуров), ҡыпсаҡ ҡәбиләһенең ҡара‑ҡыпсаҡ ырыуы шәжәрәһе, нумизматик коллекция. 4 залда урын алған экспозиция этнография, Крәҫтиәндәр һуғышы (1773— 75), Бөйөк Ватан һуғышы тарихы бүлектәренән тора. Башҡ. тирмәһе макеты, “Е.И.Пугачёв һәм Кинйә Арыҫлановтың осрашыуы” диорамаһы, күргәҙмә залы бар.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Илл.: Кинйә Арыҫланов музейы. Диорама фрагменты

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018