АЛДАР, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Никифар а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 55 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 22 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 263 кеше; 1920 — 348; 1939 — 288; 1959 — 275; 1989 — 114; 2002 — 119; 2010 — 105 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Илекәй-Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Алдар Өлтөков исеме м‑н аталған. 1795 й. 9 йортта 60 кеше йәшәгән, 1865 й. 25 йортта — 135 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ә.Ф.Ҡарағужина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018