КИНЙӘҒОЛОВ Барый Исмай улы [1.6.1948, БАССР‑ҙың Боҙаяҙ р‑ны Иҫке Йәнбәк а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны)], дәүләт эшмәкәре. Юридик ф. д‑ры (2004). БР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1996), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1981). БДУ‑ны (1971), Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. (2001) тамамлаған. 1971 й. башлап Ғафури р‑нында: Яңғыҙҡайын урта мәктәбе дир. урынбаҫары, 1974 й. алып дир., 1976 й. — район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, 1982 й. — район советы башҡарма ком‑ты рәйесе урынбаҫары; 1985 й. — рәйесе; 1992 й. башлап хакимиәт башлығы. 1996—2008 йй. БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе. БР ЮС‑ының 12‑се саҡырылыш, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1‑се саҡырылыш депутаты. Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2006).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке