КИНЕМАТОГРАФСЫЛАР СОЮЗЫ, ижади берекмә. 1994 й. Өфөлә БР‑ҙың К.с. булараҡ ойошторола, 1997 й. алып РФ К.с. Башҡ‑н филиалы, 1998 й. — Башҡ‑н респ. К.с., 2002 й. — РФ К.с. төбәк бүлеге, 2011 й. алып Башҡортостандың “РФ кинематографсылар союзы” дөйөм Рәсәй йәмғиәт ойошмаһының Башҡ‑н респ. бүлеге. Башҡ‑н бүлеге ойошторолғанға тиклем респ. кинематографсылары [Ғ.Ғ.Әмиров (1966), И.Һ.Ғәлиуллин (1986), Л.А.Мешков (1987)] СССР‑ҙың К.с. инә. Берекмәнең төп маҡсаттары һәм бурыстары — башҡ. кинематографы үҫешенә, берекмә ағзаларының ижт.‑хоҡуҡи һәм проф. мәнфәғәттәрен яҡлауға, ижади эшмәкәрлек өсөн шарттар булдырыуға булышлыҡ итеү. К.с. респ. кинематография үҫеше программаларын эшләү һәм башҡарыуҙа ҡатнаша, йәш кинематографсыларға ярҙам күрһәтә. “Өсөнсө мең йыллыҡҡа бергә” (“Вместе в третье тысячелетие”), “Себерҙәге осрашыуҙар” (“Встречи в Сибири”), “Алтын фил” (“Золотой слон”), “Кино — балаларға” (“Кино — детям”), “Сталкер”, “Алтын мөнбәр” (“Золотой минбар”) һ.б. халыҡ‑ара, бөтә Рәсәй кинофестивалдәре һәм кино күрһәтеүҙәрендә ҡатнаша; 2008 й. Өфөлә К.с. тарафынан Бөтә Рәсәй “Рәсәйҙең милли киноһы: төшөрөү һәм прокат мәсьәләләре” (“Национальное кино России: проблемы создания и проката”) конф. үткәрелә. Юғары етәксе органы — дөйөм йыйылыш (йылына 1 тапҡыр), башҡарма органы — идара. Составында 20 ағза (2015). Идара рәйестәре: Ғәлиуллин (1994 й. алып), Р.А.Исмәғилев (2000 й. алып), Ә.Ғ. Абдразаҡов (2007 й. алып), К.С.Күскилдин (2008 й. алып), А.И.Йомағолов (2010 й. алып), Ф.Ф.Ғәбитов (2014 й. алып).

Ф.Ф.Ғәбитов

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.