КИНЕЛЬСКИЙ Дан [ысын исеме Иҙрисов Абдулла Мәхмүтйән улы; 15.12.1896, Һамар губ. Боғорослан өйәҙе Иҫке Ҡолшәрип а. (Ырымбур өлк. Әсекәй р‑ны) — 5.11.1982, БАССР-ҙың Иглин р‑ны Рәсмәкәй а., БАССР-ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Иҫке Ҡыйышҡы а. ерләнгән], педагог. БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1949), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1956). Һамар ҡ. мәҙрәсә (1912), Өфө уҡытыусылар ин‑тын (1938) тамамлаған. 1912—15 йй. Боғорослан өйәҙе Иҫке Мөьмин а. (хәҙ. Ырымбур өлк. Әсекәй р‑ны) мәхәллә мәктәбе мөдире. 1918 й. алып Архангел губ. һәм Урта Волга крайының ауыл мәктәптәрендә, 1930—56 йй. БАССР-ҙың Иглин р‑ны Рәсмәкәй а., Ҡаҙаяҡ разъезы ҡасабаһында, Оло Теләк а. уҡыта. Ҡөрьәнде башҡ. теленә тәржемә иткән. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (1994). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1949).

Р.Н.Ҡотошов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

П.: Д.Кинельский

Текст на русском языке