КИНДЕРКҮЛ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Үрнәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 18 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 90 км алыҫлыҡта Сәғәҙи й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 643 кеше; 1920 — 792; 1939 — 776; 1959 — 77; 1989 — 341; 2002 — 284; 2010 — 245 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Үрнәк урта мәктәбе филиалы), фельдшер- акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1701 й. Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе (1719 й. рәсмиләштерелгән) б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала. Шулай уҡ Яңы Ҡандракүл, Кәпәй, Күпәй исемдәре м‑н билдәле була. 1865 й. Ҡандракүл исеме м‑н теркәлгән, 45 йортта 319 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ 2 мөгәзәй теркәлгән. 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке