АЛДАР, А. Иҫәкәев, А. Иҫәнгилдин (яҡынса 17 б. 70‑се йй. — 16.5.1740, Өфө провинцияһы Минзәлә, хәҙ. Минзәлә ҡ.), башҡорт ихтилалы (1704—11) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарынан. 1687 й. һәм 1689 й. Ҡырым походтарында, 1695 й. һәм 1696 й. Азов походтарында ҡатнашыусы. Тархан. Батыр. Бөрйән улусы старостаһы, һуңынан старшинаһы. П.И.Рычков мәғлүмәттәре б‑са, 5—8 мең баш йылҡыһы була.

1706 й. йәйендә Хажи Аҡҡусҡаров м‑н Ҡырым ханлығына һәм Төркиәгә Морат етәкс. баш күтәргән башҡорттар илселеген әҙерләй. 1707 й. дек. башында Тоҙ ҡайнатыу ҡаласығы эргәһендә А. һәм Килмәк Нурышевтың баш күтәреүселәр ғәскәре (яҡынса 8 мең кеше) Өфө полкын һәм Тоҙйылға стрелецтар отрядын тар‑мар итә. 1708 й. майына тиклем А. етәкс. баш күтәреүселәр Ҡазан губернаһының Ҡазан өйәҙендә воевода кенәз П.И.Хованский армияһына ҡаршы һуғыштар алып бара, 1708 й. нояб. — 1711 й. Нуғай һәм Себер даруғаларында хәрәкәт итә.

1731—32 йй. А.И.Тевкелев илселеге составында Ҡаҙаҡ ханлығының Кесе Йөҙөндә була, төньяҡ ҡаҙаҡтарҙың рус подданныйлығын ҡабул итеүенә булышлыҡ күрһәтә. 1740 й. 10 мартында Һамар ҡ. башҡорт ихтилалдарында (1735—40) ҡатнашыусыларҙың язаһын йомшартыуға тырышлыҡ һала. Баш күтәреүселәргә йәшерен ярҙам итеүҙә ғәйепләнеп ҡулға алына, язалап үлтерелә. Баймаҡ р‑ны 2‑се Этҡол а. эргәһендә уға — стела, Бөрйән р‑нының Әтек а. мәктәбе алдында һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғҡманов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке