КИМ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Аксёнов а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 41 км һәм Аксёнов т. юл ст. К. табан 3 км алыҫлыҡта Күҙле й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 173 кеше; 1939 — 390; 1959 — 756; 1989 — 932; 2002 — 958; 2010 — 878 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Халҡы Аксёнов ауыл хужалығы техникумының уҡытыу‑производство хужалығында эшләй. Башланғыс мәктәп (Аксёнов урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1896 й. Бәләбәй өйәҙендә Өфө губерна земствоһының а.х. мәктәбен ойошторғанда нигеҙ һалына. 1920 й. Аксёнов а.х. уч‑щеһы ҡасабаһы, 20‑се йй. уртаһынан алып а.х. техникумы ҡасабаһы булараҡ теркәлгән. 50‑се йй. уртаһында ауылға 30‑сы йй. нигеҙләнгән Аксёнов МТС‑ы ҡасабаһы ҡушыла. 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2007 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.