КИЛМӨХӘМӘТОВ Тимерғәли Әбделғәлим улы (19.12.1941, Үзбәк ССР‑ы Серов станцияһы ҡсб), әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. Филол. ф. д‑ры (1992), проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2001). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). БДУ‑ны тамамлаған (1967), 1970 й. алып шунда уҡ эшләй (1992—2013 йй. журналистика каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге башҡ. драматургияһының поэтикаһын тикшереүгә, әҙәбиәт ғилеме методологияһына арналған. “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” (1990—1996) баҫмаһы авторҙарының береһе; 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. “Мостай Кәрим драматургияһы” (“Драматургия Мустая Карима”; 1979), “Башҡорт драматургияһы поэтикаһы” (“Поэтика башкирской драматургии”; 2008, тулыландырылған 2‑се баҫмаһы) һ.б. китаптар, авторы. “Күк тояҡҡай” (1972), “Хаҡлыҡ үлмәй” (1991) йыйынтыҡтарына ингән хикәйәләре һәм повестары замандаштарының рухи донъяһына иғтибар итеүе, психологизм, тел байлығы һәм тасуирилығы м‑н айырылып тора. “Йәнкиҫәк” китабына (2001) ингән ш. уҡ исемле әҫәре б‑са 2014 й. Сибай башҡорт драма театры спектакль ҡуя. М.Өмөтбаев (2005), З.Биишева (2010) ис. пр. лауреаты.

Әҫәрҙ.: Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев: тормошо, ижады, ижтимағи эшмәкәрлеге. Өфө, 2005; Һайланма әҫәрҙәр: 3 томда. Өфө, 2011—2016.

Әҙәб.: Ҡунафин Ғ. Замандарҙың рухи балҡышы. Өфө, 2006.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018