КИЛКАБЫҘ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Иҫке Ҡорос а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 15 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 90 км алыҫлыҡта Бөгә й. (Сөн й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1197 кеше; 1920 — 1317; 1939 — 941; 1959 — 697; 1989 — 436; 2002 — 441; 2010 — 358 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Шулай уҡ Килке Абыҙов, Тойҡа Абыҙ [башҡорт ихтилалында (1704—11) ҡатнашыусы Тойҡа абыҙ исеменән] исемдәре м‑н теркәлгән. Керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар (1762 й. 42 ир‑ат иҫәпкә алынған; улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) килеп ултырған. 1865 й. 142 йортта 751 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, күн заводы булған. 1906 й. 2 мәсет, мәҙрәсә, тимерлек, һыу тирмәне, 4 бакалея кибете теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018