КАНЕВСКИЙ Лев Львович (30.4.1924, Золотоноша ҡ.— 9.1.2002, Өфө), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (1984), проф. (1985). РФ‑тың (1995) һәм БАССР‑ҙың (1983) атҡ. юрисы, БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1990). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ленинград юридик ин‑тын тамамлағандан һуң (1952) БАССР‑ҙың прокуратура органдарында эшләй. 1964—2002 йй. БДУ‑ла уҡыта (1982— 97 йй. криминалистика һәм суд экспертизаһы каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре йәштәр араһындағы енәйәтселек һәм хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡаршы көрәш проблемаларына арналған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Расследование и профилактика преступлений несовершеннолетних. М., 1982; Тактика следственных действий по делам о преступлениях, совершённых несовершеннолетними. Уфа, 2001.

М.Х.Вәлиев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке