КАНДАКОВКА, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Кандаковка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 22 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 65 км алыҫлыҡта Ҡыйғы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 458 кеше; 1920 — 754; 1939 — 318; 1959 — 239; 1989 — 372; 2002 — 385; 2010 — 347 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Златоуст өйәҙе Дыуан улусы Йосоп а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1887 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Пермь губернаһының урыҫ крәҫтиәндәре Кондаковский ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 1906 й. (хәҙ. исемдә) сиркәүмәхәллә мәктәбе, 3 тимерлек, 2 бакалея кибете теркәлгән. 20‑се йй. хәҙ. статусын ала. С.Е.Попов ошо ауылда тыуған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.