КАНДАКОВКА, Бөрө р‑нындағы ауыл, Күсәкәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 5 км һәм Өфө т. юл ст. Т.- Көнб. табан 113 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 21 кеше; 1920 — 32; 1939 — 46; 1959 — 194; 1989 — 323; 2002 — 340; 2010 — 324 кеше. Урыҫтар, мариҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Шәмшәҙе улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1709 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 19 б. уртаһы) керҙәшлек килешеүе б‑са урыҫ крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1865 й. 10 йортта 61 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 20 б. 30‑сы йй. — утар, 50‑се йй. алып ҡасаба булараҡ иҫәпкә алына, 2005 й. башлап хәҙ. статусын ала.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке