КИЛЕШ, үҙ аллы һүҙ төркөмдәренең (исем, алмаш, һан һ.б.) грамматик категорияһы, телмәр составындағы синтаксик мөнәсәбәттәрҙе белдерә. Башҡ. телендә аффикстар килеш формаларын белдерә торған саралар булып тора; К. мәғәнәһе бәйләүестәр, үҙ аллы һүҙ төркөмөнөң семантикаһы һәм функцияһы м‑н билдәләнә. Башҡ. теленең традицион грамматикаһында К. түбәндәгесә бүлеп йөрөтөлә: 1) төп К. — һүҙҙең башланғыс формаһы, грамматик күрһәткесе юҡ, мәҫ.: “бала һөйләй”, “мин йәшәйем”; 2) билдәле эйәлек К., ‑дың аффиксы ярҙамында яһала, һәм грамматик күрһәткесе булмаған билдәһеҙ эйәлек К.; эйәлек мөнәсәбәттәрен белдерә (ҡара: Эйәлек категорияһы): “уҡытыусының китабы” һәм “уҡытыусы телмәре”; 3) хәрәкәттең йүнәлешен һәм маҡсатын белдергән төбәү К., ‑ға аффиксы ярҙамында яһала: “Өфөгә киттем”, “берәүгә лә әйтмә”; йәнле һөйләү телмәрендә төбәү К. аффиксһыҙ формаһы ҡулланыла: “баҙар китте”; 4) билдәле төшөм К., ‑ды аффиксы ярҙамында яһала, һәм грамматик күрһәткесе булмаған билдәһеҙ төшөм К.; хәрәкәттең объектын белдерә: “китапты уҡыйым” һәм “китап уҡыйым”; 5) урын‑ваҡыт К., хәрәкәттең башҡарылыу урынын һәм ваҡытын белдерә, ‑да аффиксы ярҙамында яһала: “ҡалала йәшәйем”, “сәғәт унда башлана”; 6) сығанаҡ К., ‑дан аффиксы ярҙамында яһала, хәрәкәттең башланып киткән урынын, сығанағын аңлата: “ауылдан килдем”, “йөҙҙән ашыу”. Эйәлек һәм төшөм К. формалары билдәлелек һәм билдәһеҙлек категорияһына бәйле. Башҡ. телендә килештәр системаһын өйрәнеү тамамланмаған.

Әҙәб.: Абдуллина Г.Р. Словоизменение башкирского языка. Уфа, 2008.

Г.Р.Абдуллина

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.