КАНАПАЦКИЙ Александр Яковлевич (1.5.1955, Белорус ССР‑ының Смиловичи а.), философ. Филос. ф. д‑ры (2004), проф. (2004). Минск пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1979) Мозырь пед. ин‑тында (Белорус ССР‑ы) уҡыта, 1987 й. алып башланғыс белем биреү педагогикаһы каф. мөдире, 1989 й. — проректор. 1992 й. башлап БДУ‑ның Сибай ин‑тында пед. һәм психология каф. мөдире, 1998 й. — музыка каф., 2006 й. — психология каф. мөдире. 2009 й. алып Психология ин‑тында (Мәскәү) эшләй, һуңынан Мәскәү дәүләт һәм муниц. идара итеү ин‑тында ректор вазифаһын башҡара. Фәнни тикшеренеүҙәре онтологик хәҡиҡәт һәм рухиәт аксиологияһы проблемаларына арналған. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Мир истинной духовности и система образования. Уфа, 2002; Онтологическая истинность духовности: феномен, сущность. Уфа, 2003; Теоретические аспекты исследования феномена человеческой духовности. Уфа, 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке