КАНАЛИЗАЦИЯ, тирә-яҡ мөхитте һәм халыҡ һаулығын һаҡлау маҡсатында ағынты һыуҙарҙы йыйыу, айырып ағыҙыу һәм таҙартыу өсөн инженер ҡоролмалары, ҡорамалдар һәм санитар саралар комплексы. Көнкүреш, производство һәм ямғыр һыуҙарын халыҡ йәшәгән урындан (сәнәғәт пр‑тиеһынан) берлектә (бүлеп) ситкә ағыҙыу өсөн К. селтәрҙәре К. системаһын барлыҡҡа килтерә. Ағынты һыуҙарҙың күпселек өлөшөнә һыу ятҡылығына ағыҙыу алдынан таҙартыу ҡоролмаларында биол. таҙартыу үткәрелә. Башҡортостанда тәүге урам К. селтәре Өфөлә 20 б. 30‑сы йй. аҙ. барлыҡҡа килә. Ленин урамы буйлап үҙағышлы коллектор һәм Ағиҙел й. ярында ваҡытлыса таҙартыу ҡоролмалары төҙөлә. 1940 й. Яңы Күпер урамы буйлап К. насос станцияһы файҙаланыуға тапшырыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөгә эвакуацияланған ҙур пр‑тиелар һәм учреждениеларҙы урынлаштырыу (100 меңдән ашыу кеше) һыуҙы ҡулланыуҙың һәм ағынты һыу ағыҙыуҙың артыуына килтерә. Эвакуацияланған пр‑тиеларҙың бер өлөшө Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә Черниковка ҡасабаһында (ҡара: Черниковск) урынлаштырыла. Өфө м‑н Черниковск берләштерелгәндән һуң (1956), ағынты һыуҙарҙы ҡаланың көньяҡ өлөшөнән төньяғына ҡыуыуҙы, Зорге урамы буйлап төп насос станцияһы һәм тоташтырғыс коллектор төҙөүҙе, Черниковскиҙағы таҙартыу ҡоролмаларының ҡеүәте артыуын күҙ уңында тотҡан проект ғәмәлгә ашырыла (1965). 1969 й. Өфө электр лампалары з‑ды тирәһендә Ағиҙелдең уң ярында биол. таҙартыуы булған ҡала К. таҙартыу ҡоролмалары төҙөлә башлай. Йылға аша ләм үткәргес дюкеры һәм һул ярҙа ләм майҙансыҡтары төҙөлә. Ҡала К. таҙартыу ҡоролмаларының тәүге сираты — 1974 й., 2‑сеһе — 1986 й., 3‑сөһө 2011 й. файҙаланыуға тапшырыла. Респ. башҡа ҡалаларында К. системалары һуғыштан һуңғы йылдарҙа төҙөлә, был химия сәнәғәте һәм нефтехимия сәнәғәте үҫешенә бәйле була (Ишембай, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡҡ.). 1966 й. алып респ. һыу үткәреү-канализация хужалыҡтары эшен “Башводоканал” производство идаралығы (ҡара: “Башкоммунводоканал”) алып бара. Урам К. селтәрҙәре — 1975 й. респ. 16 ҡалаһында һәм 13 ауылында, 1990 й. — 17 ҡалала, 16 ҡасабала һәм 54 ауылда, 2005 й. — бөтә ҡала һәм ҡасабаларҙа, 80 ауылда, 2011 й. бөтә ҡала һәм ҡасабаларҙа, 124 ауылда була. 2011 й. бер торбалы иҫәпләнештә К. селтәрҙәренең оҙонлоғо — 3624,9 км, ш. иҫ. Өфөлә — 919,1; Стәрлетамаҡта — 257,1; Салауатта — 182,7; ауыл ерендә 1718,3 км тәшкил иткән. Үткәрелгән ағынты һыуҙарҙың күләме — 215,7 млн м3, ш. иҫ. таҙартыу ҡоролмалары аша — 197,8, шуларҙан тулы биол. таҙартыу үткәне — 197 млн м3.

Әҙәб.: Бурдыгин Г.А. Ровесник века: к столетию Уфимского водопровода. Уфа, 2001.

И.П.Климин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке