КАМЫШИНКА, Бөрө р‑нындағы ауыл, Силантьев а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 15 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 102 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 734 кеше; 1920 — 720; 1939 — 935; 1959 — 793; 1989 — 162; 2002 — 128; 2010 — 117 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 1795 й. Бөрө өйәҙендәге ҡаҙна ведомствоһы ерҙәрендә Вятка наместниклығынан (ҡара: Вятка губернаһы) килгән удел крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1865 й. 67 йортта 452 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, баҡсасылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Часовня, училище булған. 1906 й. земство мәктәбе, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. К. эргәһендә Камышинка ҡаласыҡтары табылған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке