КИЛЕМ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Килем а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 26 км алыҫлыҡта Иҙәш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1255 кеше; 1920 — 1390; 1939 — 1657; 1959 — 948; 1989 — 923; 2002 — 823; 2010 — 797 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (татар халыҡ театры), китапхана, Килем мәсете бар; татар тарихи-мәҙәни үҙәге эшләй.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы татарҙар нигеҙ һала, 1723 й. алып билдәле. 18 б. уртаһынан Тәвкилевтәр нәҫеленең имениеһы, тип фараз ителә. 19 б. 1‑се ярт. (Яңы Килем бүлендек ауылы барлыҡҡа килеү м‑н) 20 б. 30‑сы йй. тиклем Иҫке Килем булараҡ иҫәпкә алынған. 1865 й. 163 йортта 919 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мәҙрәсә, урыҫ‑башҡ. уч‑щеһы, ер биләүсе С.С.Йәнтүринаның балалар приюты (ауыл эргәһендә уның утары булған), һыу тирмәне, 2 бакалея кибете теркәлгән. 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә. Килем һарайы — архитектура ҡомартҡыһы. Р.Г.Арыҫланов, Ҡ.Б.Тәвкилев, С.Ш.Тәвкилев, Й.А.Усманов ошо ауылда тыуған.

М.Й.Фәхретдинова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке