КАМЫШИНКА ҠАЛАСЫҠТАРЫ, б.э.т. 6 б. — б.э. 7 б. археологик ҡомартҡылары. Бөрө р‑ны Камышинка а. эргәһендә Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. 20 б. 50‑се йй. А.П.Шокуров тарафынан асыла. 2 ҡаласыҡ табылған. К.ҡ.I 5 ур м‑н уратылған. Керамика табылған (ҡырсынташ һәм ҡабырсаҡ ҡушып яһалған, бәләкәй генә соҡорло биҙәк төшөрөлгән). К.ҡ.II 1980 й. Б.Б.Агеев тикшерә. Майҙаны 130 мең м2, 180 м2 асылған. 2 ур (киңлеге 5 м, бейеклеге 1,5—3 м) һәм соҡор (киңлеге 2 м, тәрәнлеге 0,5 м) м‑н уратылған. Керамика Ананьин мәҙәниәте (ауыҙы тыш яҡҡа бөгөлгән йәки тура, муйыны тирәләй бәләкәй генә соҡорло биҙәк м‑н уратылған һәм горизонталь бау эҙҙәре м‑н биҙәлгән көршәк рәүешендәге һауыттар), Ҡара абыҙ мәҙәниәте (ауыҙы тыш яҡҡа бөгөлгән, муйыны тирәләй бәләкәй генә соҡорло биҙәк йәки һырҙар м‑н биҙәлгән көршәк рәүешендәге түңәрәк төплө һауыттар) һәм Бахмут мәҙәниәте (ауыҙы тыш яҡҡа бөгөлгән, муйыны тирәләй соҡорло биҙәк, һырҙар, ҡыя һыҙыҡтар м‑н биҙәлгән йәки тышына тотош бәләкәй генә соҡорло биҙәк баҫылған көршәк рәүешендәге һауыттар) һауыттарынан ғибәрәт. Ҡаласыҡта баҡыр таралғы, кельт-балта, балсыҡ тигель, балсыҡ һәм таш орсоҡбаштар, хайуан һөйәктәре табылған. Халҡы малсылыҡ, игенселек, һунарсылыҡ м‑н шөғөлләнгән. Ҡомартҡы тимер быуатта Урал буйына халыҡтар килеп ултырыу этаптарын күҙалларға мөмкинлек бирә. К.ҡ. материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана. 

Әҙәб.: Агеев Б.Б., Овсянников В.В. Камышинское II городище //Уфимский археологический вестник. Уфа, 2000. Вып.2.

В.В.Овсянников

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке