АЛҒЫШ, фольклор жанры, башҡорт йола фольклорында ҡыҫҡа итеп матур теләктәр әйтеү. Һамаҡлап башҡарыла. Һүҙҙең тылсымлы көсөнә ышаныуға бәйле ислам динен ҡабул иткәнгә тиклемге ҡараштарға барып тоташа. Кеше тормошондағы мөһим ваҡиғалар (тыуыу, туй, һуңғы юлға оҙатыу, сәфәр, мөһим эштең башы йәки аҙағы, кешенең эшен, ҡылығын хуплау) ваҡытында әйтелә. А. универсаль (“Аҡ көнөң алдыңа килһен”) һәм махсус (балыҡсылыҡ, малсылыҡ, һунарсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ һ.б. м‑н шөғөлләнеүселәргә арналған, мәҫ., “Солоғоң ҡотло булһын, күс артынан күс ҡунһын!”) була. А. ҡапма‑ҡаршы төшөнсә — ҡарғыш. А. төрки телле халыҡтарҙың күпселегенең фольклорына хас.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 1‑се т. Йола фольклоры. Өфө, 1995.

Ә.М.Сөләймәнов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018