КАМЗУЛ, башҡорттарҙың эсләп тегелгән билле ҡыҫҡа өҫ кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙ К. булған. Ирҙәр К. ҡыҫҡа еңле (терһәккә тиклем) йәки еңһеҙ, ябыҡ яғалы, төймәле итеп, ҡара төҫтәге кизе-мамыҡ туҡыманан, бәрхәт, хәтфә һәм сатиндан теккәндәр. Күлдәк өҫтөнән елбәгәй йәки билбау (ҡара: Ҡәмәр) бәйләп кейгәндәр. Ҡатын-ҡыҙ К. асыҡ яғалы, биҙәкле кеҫәле, башлыса еңһеҙ итеп, төрлө төҫтәге кизе-мамыҡ туҡыманан, Урта Азия ебәгенән (әҙрәс), бәрхәт, хәтфә, барса һәм сатиндан теккәндәр. Сабыуын, арҡа һәм бил өлөшөн уҡа м‑н аралаштырып, төрлө төҫтәге (ҡыҙыл, йәшел, күк) буҫтау ҡушып теккәндәр, тәңкә, сәйлән м‑н биҙәгәндәр. Күлдәк өҫтөнән елбәгәй йәки ҡаптырма м‑н эләктереп кейгәндәр. Өлкән ҡатын-ҡыҙ күбеһенсә уҡа м‑н биҙәлгән оҙонораҡ К. кейгән. Йәнлек тиреһе өҫтәп тегелгән ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙ К. осрай. Традиция б‑са көндәлек, байрам (туй) кейеме булған, ҡалымға ингән. Татар, ҡаҙаҡ халҡында ла булған. 

С.Н.Шитова

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.