КИЛДЕЙӘРОВА Флүрә Әхмәтша ҡыҙы (15.1.1952, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Илсеғол а.), йырсы (сопрано). Проф. (2013). РФ‑тың халыҡ (2002) һәм атҡ. (1995), БАССР‑ҙың халыҡ (1989) артисы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1981; М.А.Букатованың хор м‑н дирижёрлыҡ итеү класы, Р.А.Мусинаның яңғыҙ йырлау класы) БДОБТ, 1989—2014 йй. Башҡ. филармонияһы солисы, бер үк ваҡытта 1992—97 йй. һәм 2000 й. башлап ӨДСА‑ла уҡыта. Күп яҡлы һәләтле йырсы; һирәк осрай торған матур һәм бай тембрлы, тәрән һәм тулы яңғырашлы тауышҡа, ҙур драматик темпераментҡа, артислыҡ маһирлығына һәм камил башҡарыу техникаһына эйә. Төп партиялары: Әминә (“Салауат Юлаев”; дебют, 1981), Марфа (“Батша кәләше” — “Царская невеста”, Н.А.Римский-Корсаков) һ.б. Аҡсәскә (“Аҡмулла”), Һарыласәс (“Урал илселәре”), Ҡатын (“Ҡара һыуҙар” — “Чёрные воды”, С.Ә.Низаметдинов, 1989) партияларын тәүге башҡарыусы. Концерт репертуарында сит ил (И.С.Бах, Дж.Верди, В.А.Моцарт, Ф.Шуберт), урыҫ (С.В.Рахманинов, П.И.Чайковский), башҡ. (З.Ғ.Исмәғилев, Ш.З.Ҡолбарисов, Р.Ә.Мортазин, Р.В.Сәлмәнов, Р.Х.Сәхәүетдинова, Х.Ф.Әхмәтов) һәм татар (М.Ә.Мозафаров, Р.М.Яхин) комп. вокаль әҫәрҙәре, донъя халыҡтары йырҙары. “Ашҡаҙар”, “Буранбай”, “Ғилмияза”, “Томан”, “Урал”, “Һаҡмар”, “Шәүрә”, “Ямантау” һ.б. башҡ. халыҡ йырҙарын башҡарғанда классик һәм милли башҡарыу алымдарын тәбиғи яраштыра. Союздар йортоноң Колонналар залы, Кремлдең Съездар һарайы (икеһе лә — Мәскәү), “Вигадо” концерт залы (Будапешт, Венгрия) сәхнәләрендә сығыш яһай. “Башҡортостан—Галле” Дуҫлыҡ аҙналығында (ГДР, 1979); Яҡут (1978) һәм Татар (1989) АССР‑ында БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә; Сыуаш АССР‑ында (1981), ГДР‑ҙа (1984, 1986) БАССР мәҙәниәте көндәрендә, С.‑Петербургта (2001), Мәскәүҙә һәм Ырымбур ҡ. (икеһе лә — 2007) БР көндәрендә, Әзербай-жанда (Баҡы, 2000), Австрияла (Баден ҡ., 2005) Рәсәй көндәрендә ҡатнаша. Рәсәй һәм донъяның 17 иле буйлап гастролдәрҙә була. “Халҡым йыры” (1995) муз.‑әҙәби‑видео йыйынтығын төҙөүсе. Ғ.Әлмөхәмәтов ис. призға Респ. йәш йырсылар конкурсы (1974), Бөтә Рәсәй халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы (Ленинград, 1979) лауреаты. БАССР-ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. (1985) лауреаты.

Әҙәб.: Давыдова Э. Урал ынйыһы: Флүрә Килдейәрованың йыр сәнғәте=Жемчужина Урала: вокальное искусство Флюры Кильдияровой. Өфө, 2006.

Э.Ә.Әхмәтшина, В.Х.Әйүпова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.