КАМЕНКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Каменка а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 28 км һәм Приют т. юл ст. К. табан 40 км алыҫлыҡта Бәләкәй Сиҙәк й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2349 кеше; 1920 — 2153; 1939 — 1463; 1959 — 819; 1989 — 600; 2002 — 587; 2010 — 512 кеше. Мордвалар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Эрзя” мордва халыҡ ансамбле), китапхана, сиркәү бар.

Ауылға 1740 й. Нуғай даруғаһы Ил‑Күл‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ҡазан губернаһы Оло Каменка а. мордва крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1865 й. К. (Сиҙәк) исеме м‑н теркәлгән, 132 йортта 1266 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, ылаусылыҡ, арба яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү (1853 й. төҙөлгән), училище, 4 туң май иретеү з‑ды, 6 һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү, министрлыҡ мәктәбе, тимерлек, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018