КИЛДЕБӘКОВА Тәнзилә Әсхәт ҡыҙы (15.3.1939, Өфө — 2.3.2015, шунда уҡ), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1987), проф. (1990). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1999), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2003). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1961) шунда уҡ эшләй (1990—95 йй. дөйөм һәм сағыштырма‑тарихи тел ғилеме каф. мөдире). 1965—67 йй. Стәрлетамаҡ пед. ин‑тында, 1977—78 йй. Улан‑Батор ун‑тында (Монголия) уҡыта. Фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: функциональ лингвистика, когнитив лингвистика, лексикография, контрастив лингвистика. Уның тарафынан функциональ грамматика, тел функциялары һәм номинация типологияһы мәсьәләләре тикшерелгән; донъя тел картинаһын сағылдырған мөхиттәрҙең функциональ‑семантик теорияһы һәм когнитив һүҙлектә (ҡара: Һүҙлектәр) урыҫ теле, башҡорт теле, инглиз теле, француз теле миҫалдары нигеҙендә тел материалын йыйыу һәм биреү принциптары эшләнгән. “Урыҫ теленең функциональ‑когнитив идеографик һүҙлеге” (“Функционально-когнитивный идеографический словарь русского языка”, 2 бүлектә, 2007), “Урыҫ теленең функциональ‑когнитив һүҙлеге (Донъя тел картинаһы)” [“Функционально‑когнитивный словарь русского языка (Языковая картина мира)”, 2011—13] проектының авторы һәм төп төҙөүсеһе (Г.В.Ғафарова м‑н берлектә) һәм 30‑ҙан ашыу ике телле (урыҫса‑башҡортса, урыҫса‑инглизсә, урыҫса‑французса) когнитив һүҙлектәр авторы. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. вуздар өсөн дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары авторы.

Хеҙм.: Когнитивные аспекты лексической системы языка. Уфа, 1998 (авторҙ.); Теоретические основы и принципы составления функционально-когнитивного словаря. Уфа, 2003 (авторҙ.); Функциональный аспект словообразования русского языка. СПб., 2007 (авторҙ.).

С.В.Овчинникова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке