“КАМЕЛИЯ” матурлыҡ үҙәге, ЯСЙ. Парикмахер, косметик һәм дауалау-һауыҡтырыу хеҙмәттәре (40‑тан ашыу төр) күрһәтә, персоналды уҡытыу эше м‑н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. 1992 й. «“Камелия” парикмахер фирмаһы» ЯСШ булараҡ асыла, 1999 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. “К.” БР‑ҙа беренсе тапҡыр сәс, баш тиреһе торошон диагностикалау һәм дауалау, причёскаларҙы компьютерҙа һайлап алыу һәм моделен яһау үҙләштерелә (1997).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке