АЛҒАҘЫ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Әбделкәрим а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 50 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 91 км алыҫлыҡта Кесе Юлыҡ й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 294 кеше; 1920 — 637; 1939 — 209; 1959 — 220; 1989 — 199; 2002 — 223; 2010 — 194 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Әбделкәрим урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Түңгәүер улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1755 й. билдәле. Тәүге төпләнеүсе Алғаҙы Ғөмрәев исеме м‑н аталған. 1866 й. 49 йортта 394 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1920 й. Оло һәм Бәләкәй Алғаҙы аа. булараҡ теркәлгән (халҡы бергә иҫәпкә алынған).

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.