КИЛАДЗЕ Темур Какоевич (17.6.1949, Махарадзе ҡ.), химик‑технолог. Химия ф. д‑ры (1985). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1975) шунда уҡ эшләй (1981 й. алып тармаҡ лаб. мөдире). 1987—97 йй. ӨДИСА‑ла дөйөм химия каф. мөдире, 2002—03 йй. «“Башлеспром” урман сәнәғәте холдинг компанияһы» (Өфө) ААЙ ген. директоры. Ғилми хеҙмәттәре 1,3‑дигетероциклоалкандар гетеролитик реакциялары химияһы өлкәһендә, ацеталдәрҙе, ортоэфирҙарҙы һәм уларҙың гетероаналогтарын синтезлау проблемаларына, кремнийорганик берләшмәләр м‑н үҙ‑ара йоғонтоһон тикшереүгә арналған. К. ҡатнашлығында оксетандар, азетидиндар һ.б. гетероциклик берләшмәләр алыу ысулдары эшләнә, улар ӨНИ эргәһендәге “Уфареактив” аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтар эксперименталь‑тәж. з‑дында ҡулланыла. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 15 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Ортоэфиры и их гетероаналоги. Ашхабад, 1983; Химия и технология ацеталей, ортоэфиров и их гетероаналогов. Реакция расщепления ацеталей и их гетероаналогов элементорганическими соединениями. М., 1987 (авторҙ.). (Итоги науки и техники. Серия: Технология органических веществ; т.14).

Е.А.Кантор

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018