КАМБАР-ЯНЫБАЙ БИЛӘНЕ, ВолгаУрал антеклизаһы эсендәге беренсе дәрәжәле тоташтырыусы тектоник структура. Р.О.Хачатрян тарафынан айырып күрһәтелә (1979). Е.В.Лозин (1994) һ.б. өйрәнә. Өҫкө вендтың структуралы ҡатында айырыла. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында, Удмуртияның көньяҡ- көнсығышында, Пермь крайының көньяғында урынлашҡан. Көньяҡ-көнбайышта һәм көньяҡта — Уҫы- Ҡалтасы бөгөлө, көнбайышта — Нема-Әлмәт массивының Удмурт структура суҡағы, төньяҡта һәм төньяҡ- көнсығышта — Бородулино‑Тимшер перикратон уйпатлығы, көнсығышта Осинцев көмбәҙе м‑н сиктәш. Билән 60—450 м ҡалынлыҡтағы ҡайыр свитаһы тоҡомдарынан тора. К.‑Я.б. формалашыуы оҙайлы тәнәфестән һуң ултырма басс. яңынан барлыҡҡа килеүе м‑н бәйле. 

Әҙәб.: Хачатрян Р.О. Тектоническое развитие и нефтегазоносность Волжско‑Камской антеклизы. М., 1979.

Е.В.Лозин

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.