КИЙКО Юрий Ильич (7.6.1942, Владивосток ҡ.), офтальмолог. Мед. ф. д‑ры (2002). РФ‑тың атҡ. табибы (1999), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1985). БДМИ‑ны тамамлаған (1965), 1967 й. алып Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда эшләй (1971 й. алып ғилми секретарь). 1977 й. башлап Мәскәүҙә: 47‑се ҡала клиник дауаханаһында, 1980 й. — 36‑сы ҡала клиник дауаханаһында, 1990 й. — Үҙәк дауаханала бүлек мөдире. 1991 й. алып Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгенең Мәскәү филиалында (1994 й. — директор). Фәнни эшмәкәрлеге күҙҙең ауыр ҡан тамырҙары патологияһын, күҙҙең селтәрле ҡабығының нәҫелдән килгән һәм тормошта барлыҡҡа килгән ауырыуҙарын, күреү нервыһының атрофияһын, күҙҙәрҙең диабетик зарарланыуын һ.б. дауалауҙы камиллаштырыуға арналған. К. ҡатнашлығында регенератив хирургия өсөн “Аллоплант” биоматериалы эшләнә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы. 4‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. м‑н бүләкләнгән (2011).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина